Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2023, 12:20

Нефтекаманың ижади һәм талантлы ғаиләләре

Стәрлетамаҡта «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» республика конкурсының финалы үтте. Быйыл конкурста республиканың 100-ҙән ашыу ғаиләһе, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Финалға 14 ғаилә сыҡты, улар араһында нефтекамалар ҙа бар.

Ғимаҙиевтар ғаиләһе «Ғаилә ижады» номинацияһында еңеүсе булды. Нәдилә һәм Илфат - Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары. Ижади ғаиләнең балалары ла һәләтле: Вәғиз гитарала уйнай, ә Гүзәл «Феерия» мода театрында шөғөлләнә.

Мирғәсимовтар-Ғилемхановтар ғаиләһе «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында еңеү яуланы. Гөлнара һәм Ринат - йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм «Атайсал» программаһында ҡатнашыусылар. Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылында уларҙың еңеүе айырыуса ҡыуаныслы. Улар шишмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнә, тыуған төйәктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған һәйкәл төҙөгәндәр, балалар йорттарына әүҙем ярҙам күрһәтәләр. Бынан тыш, Гөлнара Рәшит ҡыҙы ҡаланың милли-мәҙәни берләшмәләре менән етәкселек итә һәм бик күп социаль-мәҙәни проекттар авторы булып тора. Ҡыҙҙары Оксана һәм Әлиә, улдары Вәғиз дә ата-әсәләре кеүек әүҙем, ижади һәм талантлы.

Нефтекаманың ижади һәм талантлы ғаиләләре
Нефтекаманың ижади һәм талантлы ғаиләләре
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: