Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2023, 10:10

Нефтекама дауаханаһы өсөн яңы ҡорамал

Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала дауаханаһы яңы заманса наркоз аппараты алды, ул файҙаланыуға тапшырылған да инде.

Нефтекама дауаханаһы өсөн яңы ҡорамал
Нефтекама дауаханаһы өсөн яңы ҡорамал

Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала дауаханаһы яңы заманса наркоз аппараты алды, ул файҙаланыуға тапшырылған да инде.

Өлкәндәрҙә, балаларҙа һәм яңы тыуған сабыйҙарҙа анестезия уҙғарыу өсөн эксперт класындағы Leon Plus наркоз-һулыш алыу аппараты анестезияның барлыҡ стандарт алымдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, наркоз-һулыш алыу аппараты үпкәне яһалма елләтеүҙе ИВЛ аппараттарына тура килгән дәрәжәлә башҡарырға мөмкинлек бирә. Хатта интенсив терапия палаталарында йәки реанимация бүлектәрендә файҙаланыуға ҡәҙәр.

Матди-техник йыһазландырыуҙы индереү һәм яңыртыу «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» төбәк проектының «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Нефтекама дауаханаһы өсөн яңы ҡорамал
Нефтекама дауаханаһы өсөн яңы ҡорамал
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: