Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2023, 09:37

Нефтекамала биш төр ярыш буйынса ярыштар үтте

12-14 майҙа Нефтекамала Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте капитаны Руслан Холбан иҫтәлегенә арналған заманса биш төр ярыш буйынса БР Кубогы үтте.

15-16 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар - «Өс бәйге», 17-18 йәшлектәр дүрт бәйге дисциплинаһы буйынса ярышты. Ярыштарҙа Силәбе, Екатеринбург, Өфө  һәм Нефтекаманан 75 спортсы ҡатнашты.

Ярыштар барышында наградаларҙың байтаҡ өлөшө Нефтекама ҡалаһы спорт комитеты спорт мәктәбенең биш төр ярыш бүлеге ҡаҙаныштары тупланмаһын тулыландырҙы. Команда зачётында «Өс бәйге» дисциплинаһында ҡала командаһы 2-се урын алды. «Дүрт бәйге»лә ҡала командаһы шулай уҡ 2-се урынға сыҡты. Ошо уҡ дисциплинала команда беренселегендә ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1-се урын яуланы.

Нефтекамала биш төр ярыш буйынса ярыштар үтте
Нефтекамала биш төр ярыш буйынса ярыштар үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: