Ҡурай
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2023, 10:28

Нефтекамала Балалар сәнғәт мәктәбен ремонтлайҙар

Нефтекамала балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына капиталь ремонт үткәреү дауам итә. Эштәр «Мәҙәни мөхит» федераль проектының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Төҙөкләндереүгә ҡараш  комплекслы - яңы коммуникациялар, стеналар, иҙән һәм түшәм. Икенсе ҡат әҙер тиерлек, косметик эштәр башҡараһы ҡалған. Шулай уҡ бина тышҡы яҡтан да башҡалар фонында айырылып торорға тейешлеген иҫәпкә алдылар.

Бынан тыш, төп инеү урынын күсереү күҙаллана. Хәҙер балаларҙы мөһабәт колоннада ҡаршылаясаҡ. Сәнғәт мәктәбенең яңы образын булдырыу мөһим, сөнки сәнғәт тирә-яҡ мөхиттән алына, һәм уҡыусыларҙы бында бөтә нәмәнең дә илһамландырыуы мөһим. Дөйөм алғанда мәктәпкә билдәләнгән ваҡыт эсендә капиталь ремонт үткәрелә, балалар расписание буйынса уҡый башлаясаҡ.

Нефтекамала Балалар сәнғәт мәктәбен ремонтлайҙар
Нефтекамала Балалар сәнғәт мәктәбен ремонтлайҙар
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: