Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023» республика конкурсы - «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде. Призерҙар иҫәбендә «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә бар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 103 предприятие еңеүсе исеменә лайыҡ булды, 139 төр продукция һәм хеҙмәт хәҙер «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибы менән билдәләнә ала. Конкурс призерҙары иҫәбенә ғәҙәттәгесә «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы ла ингән.
Был юлы конкурс лауреаты дипломы менән НЕФАЗ-дың йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән ярымтағылма-самосвалы билдәләнде. Бөтә Рәсәй конкурсы шарттарына ярашлы, төбәк кимәлендәге лауреаттар федераль этапта ҡатнаша. Шуға күрә НЕФАЗ өсөн төп һынау алда әле.