+12 °С
Облачно


«Драгоценные россыпи» төбәк-ара удмурт фольклор коллективтары фестивалендә Нефтекама ҡалаһынан ғаилә «Өлгөлө удмурт ғаиләһе-2023» конкурсында гран-при яулай.
Зәйдуллиндар ғаиләһе шәжәрә, ижади конкурс һәм «визитка» конкурсында Нефтекама исеменән лайыҡлы сығыш яһай. Илшат Ҡасим улы һәм Элеонора Михайловна балалары: Даниил, Эльвин һәм Даринала туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләй. Балалар туған телдә иркен аралаша, йырлай һәм бейей.
Ғаилә тамашасыға ете быуынға тиклем шәжәрәһен тәҡдим итә һәм уның һәр вәкиле тураһында ентекле һөйләй.