«Бригантина» балалар һауыҡтырыу лагерына Өфөнән ҡунаҡтар килде. Бында Өфө, Бөрө, Нефтекама һәм Краснокама райондарынан үҙ-ара көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты.
Оҫталыҡ дәресендә лагерь тәрбиәләнеүселәре спортсыларҙың күнекмәләрен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Шулай уҡ балалар үҙ көстәрен альтернатив спорт төрҙәрендә - армрестлингта, мас-рестлингта, дартста һынап ҡарай. Программа аҙағында балаларға сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр. Осрашыу футбол матчы менән тамамлана.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты