Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Август 2023, 15:48

«Кристалл» - бронза призеры

Нефтекама ҡалаһында уҙған 2010 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенең финал турнирында «Кристалл» (Нефтекама) футбол клубы өсөнсө урын алды.

Турнирҙа һайлап алыу этаптарында еңеүсе һигеҙ команда ҡатнаша. Өсөнсө урын өсөн матчта Нефтекаманың «Кристалл» командаһына Рәсәй беренселегендә уйнаған көслө «Өфө» футбол клубы ҡаршы сыҡты. Әммә Нефтекама егеттәренә еңеү генә кәрәк ине. Һәм команда был бурысты бик яҡшы үтәне-һуңғы минутта нефтекамалылар гол индерҙе һәм еңеүҙе тартып алды. Был мәлдә балаларҙың эмоцияларын һүҙ менән еткереп булмай.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Кристалл» командаһы уйынсыһы Эмиль Сәғитов бр финалдарының иң яҡшы һөжүмсеһе тип танылды.

Фото: тренер Максим Хәбибрахманов менән «Кристалл» нефтекама футболсылары командаһы.

«Кристалл» - бронза призеры
«Кристалл» - бронза призеры
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: