Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2023, 16:09

Нефтекамала яңы скверҙы төҙөкләндереү тамамлана

Яңы майҙанда халыҡтың уңайлы ял итеүе һәм ваҡытын үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.

Нефтекамала яңы скверҙы төҙөкләндереү тамамлана
Нефтекамала яңы скверҙы төҙөкләндереү тамамлана

Яңы майҙанда халыҡтың уңайлы ял итеүе һәм ваҡытын үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.

Буласаҡ парктың майҙаны 8 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Балалар өсөн уйын зоналарына айырыуса иғтибар бүленәсәк. Скверҙа хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы аттракциондар һәм резина япма менән заманса балалар уйын майҙансығы ҡуйыласаҡ.

Экстремаль спорт төрҙәре фанаттары өсөн памп-трек булдырыла. Бында һәр кем үҙенең трюктарын велосипедта, скейтта йәки роликтарҙа күрһәтә ала.

Мираҫ картиналар галереяһы эргәһендәге скверҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Нефтекамала яңы скверҙы төҙөкләндереү тамамлана
Нефтекамала яңы скверҙы төҙөкләндереү тамамлана
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: