Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2023, 16:11

Нефтекама - спорт өсөн

Нефтекама ҡалаһының «Торпедо» стадионында «баланы спортҡа алып кил» тигән ҙур сара үтте. Бында балаларҙың секцияларҙа нимә менән шөғөлләнеүен күреп кенә ҡалмай, шунда уҡ яҙылырға ла мөмкин.

Сарала тренерҙар штабы етәкселегендәге футболсылар, хоккейсылар, тхэквондистар, боксерҙар, көрәшселәр һәм шахматсылар ҡатнаша. Улар үҙҙәренең күнекмәләренең һөҙөмтәләрен күрһәтә һәм шуның менән секцияға яңы спортсыларҙы йәлеп итә.

Ә сараның төп йондоҙо Джефф Монсон була. Ҡатнаш көрәш сәнғәте оҫтаһы, грэпплинг һәм джиу-джитсу буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, Америка спортсыһы бер нисә йыл инде Рәсәйҙә йәшәй һәм спортты популярлаштыра.

Нефтекама - спорт өсөн
Нефтекама - спорт өсөн
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: