Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2023, 15:51

Нефтекамала сыр яһарға һәм хуш еҫле шәмдәр етештерергә теләйҙәр

Нефтекамала сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте. Хакимиәт башлығы Эльдар Вәлидов менән осрашыуға яңы эш башлаған эшҡыуарҙар килде. Улар араһында хуш еҫле шәмдәр һәм һөт продукцияһы етештереүселәр бар.

Ольга Трофименко сыр, эремсек, ҡаймаҡ һәм катык етештереү менән шөғөлләнә. Әммә был ғына етмәй, тип иҫәпләй Трофименко, үҫешергә кәрәк. Шуға күрә ҡала хакимиәтенән эште киңәйтеүҙә ярҙам һорай.

Икенсе проект – Эльвира Рәшитова йорт өсөн шәмдәр һәм хуш еҫтәр етештереү менән шөғөлләнә. Тик уның үҙ бинаһы юҡ, ә производствоны ҙур майҙанға күсерергә кәрәк.

Ҡала хакимиәтендә эшҡыуарҙарға ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр.

Нефтекамала сыр яһарға һәм хуш еҫле шәмдәр етештерергә теләйҙәр
Нефтекамала сыр яһарға һәм хуш еҫле шәмдәр етештерергә теләйҙәр
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: