Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь 2023, 11:50

Нефтекама педагогтарының юғары баһаһы

Нефтекама ҡалаһы педагогтары Дилара Хәбибова һәм Гүзәл Ғайсина Бөтә рәсәй конкурстарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.

Нефтекама ҡалаһы педагогтары Дилара Хәбибова һәм Гүзәл Ғайсина Бөтә рәсәй конкурстарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.

Бер йыл самаһы һынауҙар, конкурстың һәр этабына әҙерлек, тулҡынланыуҙар һәм кисерештәр. Һәм бына уларҙың белеме һәм тәжрибәһе лайыҡлы баһалана һәм коллегалары тарафынан таныла.

Ижад Һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы Дилара Рим ҡыҙы Хәбибова «Йөрәгемде балаларға бирәм» бөтә рәсәй өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ конкурсының 3-сө дәрәжә лауреаты булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте педагогы Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ғайсина «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» бөтә рәсәй конкурсында 3-сө урын яуланы.

Нефтекама педагогтарының юғары баһаһы
Нефтекама педагогтарының юғары баһаһы
Нефтекама педагогтарының юғары баһаһы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: