Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль , 11:09

Өфөлә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ҡалалары рәссамдарының ижади күргәҙмәһе асылды

Өфө художество галереяһында Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ҡалалары рәссамдарының ижади күргәҙмәһе асылды. Республиканың баш ҡалаһында бындай һуңғы күргәҙмә ун йыл элек уҙғарылғайны.

Өс залда төрлө һынлы сәнғәт төрҙәре: рәсем сәнғәте, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, инсталляциялар ҡуйылған. Портреттарҙы, пейзаждарҙы, натюрморттарҙы, ағас һырлауҙы, кейеҙ баҫыу аша картиналарҙы Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө ҡалаларынан 46 рәссам тәҡдим итте.

Өфө галереяһының сәнғәт белгесе Эльвира Попова рәссамдарҙың тәбиғәткә, кешегә, Башҡортостанға һәм бөтә Рәсәйгә ихтирамлы, хисле мөнәсәбәтте һаҡлауын һәм сағылдырыуын дауам итеүен билдәләне. Оҫталар палитраһының төҫө һоҡландыра һәм ғәжәпләндерә.

Өфөлә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ҡалалары рәссамдарының ижади күргәҙмәһе асылды
Өфөлә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ҡалалары рәссамдарының ижади күргәҙмәһе асылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: