Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август , 12:24

“Мин — һалдат. Тыуған илде һаҡлау — минең бурысым”

Яраланған яугир яуға барырға хыяллана

“Мин — һалдат. Тыуған илде һаҡлау — минең бурысым”
“Мин — һалдат. Тыуған илде һаҡлау — минең бурысым”

Бына ике йыл ярым инде Донбаста һәм Украина менән сиктәш райондарҙа барған хәрби хәрәкәттәр тураһындағы хәбәрҙәр беҙҙең тыныслығыбыҙҙы, именлегебеҙҙе боҙа. Илебеҙҙе теракттар, төрлө диверсиялар, провокациялар тетрәндерә... Беҙҙең армия донъя яуызлығының был һөжүменә ҡаршы торорға мәжбүр. Ә яугирҙарыбыҙ үҙҙәренең хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, сөнки уларҙың артында Рәсәй тороуын бөтәһе лә яҡшы аңлай.

Александр И. — Тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлау ирҙәр намыҫы һәм гражданлыҡ бурысы икәнлеген аңлаған кешеләрҙең береһе. Ул “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә ысын хәрби оҫталыҡ ала, тажик-афған сигендә хеҙмәт итә. Унда алған белеме һәм разведкала хеҙмәт итеү тәжрибәһе уны хәрби комиссариатҡа яңынан алып килә. 2023 йылдың апрелендә Оборона министрлығы менән Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөй. Шулай итеп ул махсус операцияның нәҡ уртаһына барып эләгә.

Быйыл ғинуарҙа госпиталдә ята. Ярсыҡ тейеп, аяғы яралана, умыртҡа һөйәге зыян күрә. Аяғын йыялар, тегәләр, ә бына умыртҡа һөйәгендәге ярсыҡҡа тотонмайҙар. Быны табиптар: “Алһаҡ, бөтөнләй ғәрип ҡалыуың бар”, — тип аңлаталар. Хәҙер Александр реабилитация үтә, әммә сафҡа кире ҡайтырға теләге ҙур.

— Унда — беҙ бергә күпте күргән, күпте кисергән иптәштәрем, мин унда кәрәк, һәм егеттәрҙе лә кемдер өйрәтергә тейеш бит, — ти ул.

Александр разведка ротаһында өлкән разведчик вазифаһында хеҙмәт итә. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ул миңә күп нәмәләрҙе һөйләй алманы, шулай ҙа яраланыуы тураһында әҙерәк бәйән итте.

— Дүрт кешенән торған төркөм сираттағы заданиеға юлланды. Был юлы беҙҙең менән яңы кеше лә бар ине. Ғәҙәттәгесә, төндә барырға тура килде. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡ. Бик һаҡ булырға кәрәк: аяҡ аҫтында — осраҡлы рәүештә минаға эләкмәҫ, ә өҫтән дронға юлыҡмаҫ өсөн. Туҡтарға ярамай, тепловизорҙар һиҙә...

Бына беҙ китеп барабыҙ, һәм мин яңы кешенең юҡҡа сығыуын аңлайым. Нимә эшләргә? Ҡысҡырырға ярамай. Туҡтарға тура килде, ҡарайым, көтәм. Һәм ҡапыл күрәм — нимәлер ялтыраны һәм бер аҙҙан шартлау тауышы ишетелде... Мине тулҡын биш метрға ситкә ырғытҡан. Аңыма килгәс, дрондың беҙҙе һиҙеүен аңланым. Ерҙә ятам, аяғым еүеш, ҡағылырға тырышам, аяғымдың ныҡ яраланғанын аңлайым. Кеҫәмдән бинт алып, аяғымды нисек булһа шулай бәйләп ҡуйҙым. Иң мөһиме — теремен. Ә яңы кешебеҙ һәләк булған...

— Ҡурҡыныс булдымы? — тип һорайым унан.

— Әлбиттә ҡурҡыныс, — тип яуаплай Александр.

Эйе, ысын һуғыш ҡурҡыныс шул. Ул һәр ваҡыт ауыртыу, ҡан, емереклектәр, юғалтыуҙар... Был һуғышты беҙ башламаныҡ. Рәсәй дошмандары илебеҙҙе ҡабаттан юҡҡа сығарырға тырыша, улар тарих дәрестәрен онотҡан, күрәһең.

— Мин ҡайҙа барыуымды яҡшы аңланым, – тип дауам итә әңгәмәсем, — мин һалдат һәм был минең бурысым. Бына бер аҙ дауаланып алам да, яңынан барам. Мин унда кәрәк.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас: