Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль 2025, 13:00

Үҙенең хәрби һөнәрен яҡшы белгәндәр юғары баһалана

Руслан Әхмәтханов - Өфө ҡалаһының контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы: пункт үҙе баш ҡалала урынлашҡан, ә берләштерелгән хәрби комиссариаттарҙа уның вәкилдәре эшләй.

Руслан Әхмәтханов - Өфө ҡалаһының контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы: пункт үҙе баш ҡалала урынлашҡан, ә берләштерелгән хәрби комиссариаттарҙа уның вәкилдәре эшләй.

Руслан Радик улы контракт буйынса Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районынның берләштерелгән хәрби комиссариатында хәрби хеҙмәт мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәттең был төрө хәҙер иң көнүҙәк булғанлыҡтан, беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Руслан Радик улы, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе ирекмәндән нимәһе менән айырыла. Бына һеҙҙең дә кабинет ишегендә эленгән яҙыу был төшөнсәләрҙе айыра. Болар бер үк нәмә түгелме ни?

- Айырма бар. Ирекмәндәр контрактының ваҡыты өс айҙан 12 айға тиклем тәшкил итеүе мөмкин. Контрактсылар өсөн минималь ваҡыт - 60 йәштән өлкәндәр өсөн алты ай һәм ҡалғандар өсөн бер йыл. Бер йылға һәм унан күберәк контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҡаралған. Бөгөнгө көнгә был: Башҡортостан Республикаһынан 1 миллион 600 мең һум; 400 мең һум, Нефтекама ҡалаһынан 300 мең һум.

- Хәрби хеҙмәт бар ерҙә лә бер үк көсөргәнештә түгел. Кемдер тыл подразделениеларында хеҙмәт итә, кемдер дошмандың ҡалаларын штурмлай. Ә эш хаҡы бер тигеҙме?

- Юк, әлбиттә. Штурм подразделениелары тыл хеҙмәтсәндәренә ҡарағанда юғарыраҡ эш хаҡы ала. Оборона министрлығы тарафынан билдәләнгән 210 мең һум стандарт эш хаҡына өҫтәп, әүҙем хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан подразделениелар өсөн башҡа түләүҙәр ҡаралған. Яңыраҡ ялдан ҡайтҡан штурмовиктар әйтеүенсә, уларҙың эш хаҡы ярты миллион һумға етә.

 - Боларҙан тыш, төрлө льготалар бар бит әле. Ниндәйҙәре киң таралған?

- 2024 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡулланған иң популяр льготалар: балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм урта уҡыу йорттарында бушлай туҡланыу; урта һәм юғары уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә конкурстан тыш уҡырға инеү; балаларҙың лагерҙарҙа һәм ата-әсәләр, ҡатындарҙың шифаханаларда бушлай ялы; бушлай йөрөү. Т о р л а ҡ - к о м м у н а л ь х е ҙ м ә т т ә р г ә т ү л ә ү г ә , ҡулланылған газға, электр энергияһына һәм йылытыуға 50 процентлы ташламалар - иң киң таралғандарҙан. Был ташлама махсус хәрби операция зонаһында булғандан һуң ике ай үткәс, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алғас автоматик рәүештә билдәләнә. Ошо мәлдән алып ул ветеран пенсияһына һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡағылышлы бөтә ташламаларға ла хоҡуҡлы. - Контрактсылар ағымы ни тиклем тығыҙ? Һәм кешеләр үҙ ынтылышын нимә менән аңлата? - Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр күп. Һәм һәр береһе үҙ ынтылышын үҙенсә аңлата. Кемгәлер, эйе, финанс яғы мөһим: контрактҡа ҡул ҡуйғанда бирелгән башланғыс түләүҙәр һәм ҙур айлыҡ хеҙмәт хаҡы ҡыҙыҡтыра. Өҫтәүенә 2024 йылдың 1 декабренән тағы ла бер закон ҡабул ителде: ир менән ҡатындың суд башҡарыу производствоһындағы 10 миллионға ҡаҙәр дөйөм кредит бурысы кисерелә, шул иҫәптән ипотека кредиты ла. Икенселәрҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бирелә торған ташламалар дәртләндерә. Бигрәк тә махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың балаларына конкурстан тыш юғары һәм урта уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге биреү ҡыҙыҡһындыра. Беҙгә килгән төп контингент - ул элекке хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар. Улар контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инеүсе йәштәрҙе үҙҙәренең ҙур тәжрибәһе менән теләп уртаҡлаша.

- Контрактҡа барыусы кешенең подразделениены һайлағанда теләктәре иҫәпкә алынамы?

- Х ә р б и х е ҙ м ә т к ә р ҙ ә р подразделениеларға уларҙың белеменә һәм мөмкинлектәренә ярашлы таратыла. Хәрби комиссариатта һәр һалдат анкета тултыра, унда уның хәрби белгеслеге һәм гражданлыҡ квалификацияһы күрһәтелә. Ошо анализ нигеҙендә хәрбиҙәрҙең буласаҡ һөнәре һәм уның бүлексәләге роле билдәләнә. Әгәр һалдаттың ауыр броньлы техника, мәҫәлән, танк менән идара итеү тәжрибәһе бар икән, уның кандидатураһы тәү сиратта танк подразделениелары өсөн ҡараласаҡ, унда ул үҙенең күнекмәләрен ҡуллана аласаҡ. Отделение командирҙары бөтә төр ғәскәрҙәрҙә лә ҡарала, сөнки пехотала ла, башҡа төр ғәскәрҙәрҙә лә кескәй генә һалдаттар ҙур булмаған командалыҡ итергә һәләтле кешеләргә ихтыяж ҙур. Тормош тәжрибәһе лә буласаҡ хәрби профессияны һайлауҙа мөһим роль уйнай. Әгәр һалдат армияла уҡсы булып хеҙмәт итеп, һуңынан программист йәки электрик белеменә эйә булһа, уның тыныс тормош күнекмәләре иҫәпкә алынасаҡ. Мәҫәлән, ул автоматтан яҡшы атһа, шулай уҡ компьютер программалары менән оҫта эшләһә, һуңғыһына өҫтөнлөк бирелә, һәм уны пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы радиоэлектрон көрәш менән шөғөлләнеүсе бүлексәгә тәҡдим итәләр. Килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә барыусы, смартфон һәм планшет кеүек яңы технологияларҙы файҙаланыуҙа сослоҡ күрһәтеүсе йәш егеттәр юғары баһалана. Уларҙың күбеһе заманса хәрби вазифалар биләп, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары булып китә. Әйтергә кәрәк, йәштәргә һәр ерҙә лә ихтыяж ҙур, сөнки улар тиҙ генә яңы һөнәрҙәргә өйрәнә, ҡатмарлы шарттарға еңел яраҡлаша. - Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың уртаса йәше ниндәй? - Элек ир-егеттәрҙе 55 йәштән һуң хәрби хеҙмәткә алмайҙар, ләкин 2022 йылда, махсус хәрби операция үткәреү һәм ҡайһы бер һирәк хәрби һөнәрҙәргә ихтыяж булыу сәбәпле, 18-60 йәшлек ирегеттәрҙе хәрби хеҙмәткә алыу рөхсәт ителә. Һирәк осраған хәрби иҫәпкә алыу һөнәрҙәре өсөн йәш сиктәре 65 йәшкә тиклем арттырылған. Ҡатынҡыҙҙар, белеменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 45 йәшкә тиклем хеҙмәткә инә ала. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың уртаса йәшен билдәләүе ҡыйын. g Беҙгә 18 йәштәге йәштәр ҙә, 55, 70 йәштәгеләр ҙә һәм хатта унан өлкәнерәктәр ҙә килә. Хатта 82 йәшлек бер олатай ҙа, махсус хәрби операцияһына алығыҙ мине, тип, теңкәне ҡоротто, ваҡытың сыҡты инде, тип, кире ҡайтарҙыҡ. Контракт буйынса хеҙмәткә дәғүә итеүсе иң йәш кандидатҡа 16 йәш ине. Беҙ унан, партизандар йыймайбыҙ әле, тип шаяртып, баш тарттыҡ. Хеҙмәткә алыныусыларҙың төп йәше - 30-45 йәш. Был, ҡағиҙә булараҡ, төрлө хәрби конфликттар аша үткән аңлы, аҡылы ултырған ир-егеттәр.

- Н и н д ә й х ә р б и - и ҫ ә п һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур?

- Әлеге ваҡытта иң талап ителгәндәре - ул заманса хәрби иҫәпкә алыу һөнәрҙәре: пилотһыҙ аппараттар операторҙары; радиоэлектрон көрәш системалары операторҙары; зенит-ракета комплекстары операторҙары; һауаға ҡаршы оборона операторҙары. Ш у л а й у ҡ т ә ж р и б ә л е командирҙар - расчёт командирынан алып батальон командирына тиклем ихтыяж ҙур. Танктар менән идара итеү тәжрибәһенә эйә булған белгестәр: механиктарводителдәр, төҙәткестәр, танктар һәм хәрби машиналар командирҙары кәрәк. Бөтә ерҙә лә үҙенең хәрби һөнәрен яҡшы белгән белгестәр - яҡшы пулемётсылар, миномётсылар, артиллеристар һ.б. баһалана. Бүлексә штаты тулыһынса комплектланһа ла, тәжрибәле белгес һәр саҡ талап ителәсәк. Был граждандар тормошондағы кеүек: унда, мәҫәлән, тәжрибәле автобус водителдәрен күтәреп кенә алмайҙар, сөнки, водителдәр күп булһа ла, юғары һөнәриҙәре аҙ.

- Һеҙҙе ғәжәпләндергән осраҡтар булдымы?

- Булды. Беҙгә 18 йәше тулған егет килде. Ул сроклы хеҙмәтткә алынмаған, уҡыу йортонда уҡып йөрөгән сағы ине, махсус хәрби операцияға китер өсөн академия ялы алырға йыйынғайны. Егет етди бурыстар үтәгән тәғәйен штурм подразделениеһына эләгергә ынтылды. Беҙ шул подразделение командиры менән бәйләнешкә инеп, хәлде аңлатҡайныҡ, ул: «Ғәфү итегеҙ, егеттәр, әммә мин бындай баланы үҙемә ала алмайым», - тине. Беҙгә егетте ул подразделениенан баш тарттырыр өсөн ике ай самаһы ваҡыт кәрәк булды, ниһәйәт контракт буйынса хәрби хеҙмәткә дөйөм нигеҙҙә барырға күндерҙек. Яңыраҡ егетебеҙ отпускыға ҡайтҡайны, беҙ осраштыҡ. Ул өгөтләгәнем өсөн миңә рәхмәт әйтте. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ингәс кенә ул яугирҙарыбыҙҙың алғы сафта ни тиклем ҡатмарлы бурыстарҙы үтәүен аңлаған. Ә мине уның, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт итергә ынтылыуы бик ғәжәпләндерҙе. Медицина колледжын июлдә тамамлаған ҡыҙҙың августа уҡ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китеүе минең өсөн икенсе асыш булды. Тәжрибәһе булмаһа ла, ул махсус хәрби операцияһына юлланырға батырсылыҡ итә. Һәм белеүемсә, барына ла өйрәнә, бурыстарын яҡшы үтәй.

- Контракт хеҙмәтенә ҡатын-ҡыҙҙар йыш барамы?

- Былтыр ике медик ҡыҙ контракт буйынса хеҙмәт итергә китте. Беҙ улар менән бәйләнеш тотабыҙ һәм уларҙың махсус хәрби операция зонаһындағы ҡ а й һ ы б е р е г е т т ә р г ә ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ эш башҡарыуын беләбеҙ. Күп осраҡта улар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк тә ҡыйыулыҡ күрһәтә әле. Егеттәр дошман позицияларын яулаһа, ҡыҙҙар иһә уларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡара. Фронтта ла ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ булмай, уларҙың ярҙамы бик мөһим.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Руслан Радикович. Һеҙҙе һәм бөтә хәрбиҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

 

 

Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас