21 апрелдә улар тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса быйыл етенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр күсмә комплекстар 170 меңдән ашыу кешене ҡабул итте.
“Сәләмәтлек поездары” республиканың бөьә райондары буйлап үтә. Комплекстарҙың составында күсмә флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар бар.
Бөтәһе ете маршрут була. Улар иң төпкөл ауылдарҙың халҡы ла медицина ярҙамы ала алырлыҡ итеп төҙөлгән.
Өфө маршруты ун район буйлап үтә: Иглин, Шишмә, Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Балговещен, Благовар, Кушнаренко, Саҡмағош, Нуриман һәм Өфө районы.
Дыуан маршрты биш район буйлап: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат.
Нефтекама маршруты 12 район буйлап: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө һәм Нефтекама ҡалаһы.
Октябрьский маршруты туғыҙ район буйлап: Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Дәүләкән, Шаран.
Стәрлетамаҡ маршруты 11 район буйлап: Ауырғазы, Ғафури, Әлшәй, Ишембай, Сәтрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөрәгҙе, Федоровка, Күгәрсен һәм Ейәнсура.
Белорет маршруты ете район буйлап: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла.