БР МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ фронтовик- яҙыусылар: драматург Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл тулыуға һәм күренекле шағир Һәм публицист Хәниф Кәримдең тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған "Ҡәләмдең Тере хәтере" КҮРГӘҘМӘҺЕНӘ САҠЫРА.
Экспозиция ике авторҙың да башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшөн һәм ижади юлын сағылдырыусы уникаль экспонаттар тәҡдим итәсәк. Күргәҙмәлә яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәрен, әҫәрҙәренең ҡулъяҙмаларын, фотоһүрәттәрен,танытмаларын, һәм башҡа БР МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ ФОНДЫНАН ҡомартҡыларҙы ҡарай аласаҡ. XX быуаттың милли драматургияһы һәм шиғриәте формалашыуында Н.Ҡәрип һәм Х.Кәрим ижадының ролен сағылдырған материалдарға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Низам Ҡәрип һәм Хәниф Кәрим яҡташтар һәм дуҫтар була, бер-береһе менән аралашып йәшәй. Тик аяуһыҙ һуғыш уларҙың яҙмыштарын айыра. Береһе мәңгелеккә яу яланында ятып ҡала, икенсеһе иҫән ҡайтып башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүен дауам итә.
Күргәҙмәне асыу сараһында яҙыусыларҙың вариҫтары, яҡташтары, яҙыусылар менән осрашыу ҙа ҡаралған.