Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
13 Апрель 2022, 11:12

Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленде

Яңы программа сиктәрендә бындай ойошмалар йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.

Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленде
Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленде

Система барлыҡҡа килтергән сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына ярҙам күрһәтеүҙең махсус кредит программаһына өҫтәмә рәүештә 80 миллиард һум йүнәлтелә, тип хәбәр итте Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яңы программа сиктәрендә бындай ойошмалар йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.

Бер предприятие – бер йылға 10 миллиард һумғаса, компаниялар төркөмө 30 миллиард һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Мартта сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына льготалы кредит программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 40 миллиард һум бүленде.

Резерв фондынан өҫтәмә финанслау менән кредит портфеле 1,2 триллион һум була.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: