Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө
6 Май 2022, 14:58

Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була

Спектакль легендар лётчиктың 100 йыллығына бағышлана. 

Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була
Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында спектаклдең премьераһы була

Еңеү көнө алдынан, 6, 7 майҙа һәм байрам көнөндә — 9 майҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы була. Ул легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Муса Гәрәев — һоҡланғыс яҙмышлы шәхес. Яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән, һуғышта бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, эскадрилья командиры дәрәжәһенә еткән.

Спектакль Фәрит Әхмәҙиевтың пьесаһы буйынса ҡуйыла. Авторҙашы һәм ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Пьеса данлыҡлы штурмовиктың хәтирәләренә таянып яҙылған. Муса Гәрәев ролен Әбйәлил Үтәбаев башҡара.

«Еңеү көнө алдынан барыбыҙ ҙа тыныс күк йөҙө бүләк иткән яҡташтарыбыҙҙы ғорурланып иҫкә алабыҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ! Шундай Геройҙарҙың береһе — легендар летчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, — ти театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов. — Театрыбыҙ репертуарында шундай спектаклдең булыуына бик шатбыҙ».

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 
 
Автор:
Читайте нас: