Ҡурай
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе-2023» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде

Улар дүрт номинацияла билдәләнде.

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе-2023» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде
Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе-2023» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе-2023» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүселәр асыҡланды. Улар дүрт номинацияла билдәләнде: «Күп балалы ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Алтын ғаилә», «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы».

Презентацияларҙы һәм видеороликтарҙы ҡарағандан һуң жюри еңеүселәрҙе номинациялар буйынса түбәндәгесә бүлде:

— «Алтын ғаилә» — Хәйбулла районынан Яркинбаевтар;

— «Ишле ғаилә» — Күмертау ҡалаһынан Ниғмәтовтар;

— «Ауыл ғаиләһе» — Ҡыйғы районына Сәйетовтар;

— «Ғаилә — тардицияларҙы һаҡлаусы» — Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе.

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, төбәк этабында еңеүселәр һәр номинацияла «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Көҙ көнө Мәскәүҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүсе ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы була.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: