Ҡурай
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Июнь 2023, 22:39

Ҡалтасы районында шишмә төҙөкләндерелә

Һыу алырға бирегә бөтә тирә-яҡтан киләләр, урыны бик матур - шишмә тал күләгәһе аҫтынан аға.

Ҡалтасы районында шишмә төҙөкләндерелә
Ҡалтасы районында шишмә төҙөкләндерелә

Партизандар урамы артындағы «Соказа» исемле Иҫке Ҡалтасы шишмәһе бөгөн Людмила Шакирова һәм Лидия Илинбаева башланғысы менән яңыртыла. Һыу алырға бирегә бөтә тирә-яҡтан киләләр, урыны бик матур - шишмә тал күләгәһе аҫтынан аға. Ҡасандыр ул төҙөкләндергәндәр: һыу алыуы уңайлы булһын өсөн торба ҡуйғандар, еллек урынлаштырғандар. Әммә бөгөн еллектең нигеҙе бушайған, уны һүтергә тура килгән.  

Был ике гүзәл зат аҡса йыйыу ойоштора – 75 мең һум аҡса йыйыла. Буласаҡ еллектең каркасы әҙер тиерлек. Ул ял итеү өйөнә оҡшаған. Каркас аҫтына свайҙар ҡуйылған, ауылда йәшәүсе Павел Вострецов үҙенең тракторында ярҙам иткән. Анатолий Әхмәтйәнов иһә металл нигеҙле каркасты эшләй башлаған. Анатолий - эшҡыуар. Махсус операция башланғанға тиклем ул үҙенең КамАЗында бөтә Рәсәй буйлап йөктәр ташый. 2022 йылдың апрелендә тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡларға юллана. Яралана, госпиталдән һуң өйөнә ҡайта. Хәҙер ул эшләүен дауам итә, ә буш ваҡытында яҡташтарына ярҙамлаша.

- Беҙ төҙөкләндергән шишмә бында ял итергә, доға ҡылырға килгән ата-бабаларыбыҙҙы хәтерләй. Бында яңы тыуған балаларҙы йыуғандар - «Соказа» «яңы тыуған бала» тип тәржемә ителә, - тип һөйләй Людмила Шакирова. - Ҡалтасы ауылында һыу менән проблемалар килеп тыуһа, район үҙәгендә йәшәүселәр бында килә. Быйыл яҙ беҙ ғәҙәттәгесә шишмәнең тирә-яғын таҙарттыҡ. Ә кешеләр һыуға сиратҡа теҙелгәс, беҙ уларға үҙ өлөштәрен индерергә тәҡдим иттек. Ошо тәҡдимде аңлап ҡабул иткәндәргә рәхмәт.

Каркасты алып барып урынлаштырырға, тышларға, тәҙрәләр, ишектәр ҡуйырға, әйләнә-тирә биләмәне таҙартырға, матур итеп кәртәләргә ҡалған. Урындағы активистарҙың эштәре күп әле.

Сығанаҡ: "Калтасинская Заря".

Ҡалтасы районында шишмә төҙөкләндерелә
Ҡалтасы районында шишмә төҙөкләндерелә
Автор:
Читайте нас: