Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
12 Декабрь 2020, 13:17

«Ынйы» ансамбле – беренсе!

Ағиҙел ҡалаһы «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә эшләп килгән «Ынйы» хореография ансамбле «Бейеү ритмында – 2020» Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. Артур Ибраһимов етәкселегендәге коллектив «Мармелад» композицияһы менән «Балалар бейеүе» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты булды.

Был ансамблдең беренсе еңеүе түгел, йәш бейеүселәр йыш ҡына ҡала, республика, бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатншалар. Ансамблгә биш йыл, Артур Наис улы уны 2019 йылдың сентябренән бирле етәкләй. Бейеү түңәрәгендә 5 йәштән башлап 13 йәшкә тиклем балалар шөғөлләнәләр. Улар дүрт төркөмгә бүленгән – икеһе - «Ынйы» тип, икеһе «Ритмды тот» тип атала. Ансамблдең репертуарында төрлө бейеүҙәр бар: халыҡ бейеүҙәренән башлап заманса эстрада бейеүҙәренә тиклем.
А.Ибраһимов фотоһы.
Читайте нас: