Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
21 Декабрь 2020, 23:30

Әлфир Заманов - "Башҡорт йыры" еңеүсеһе!

Кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа "Башҡорт йыры-2020" телевизион конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Төп бүләк - Гран-при Сибай концерт-театр берекмәһенең солист-вокалсыһы Әлфир Замановҡа бирелде.

Ул сығышы менән Баймаҡ районының Күсей ауылынан. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ егет Сибай сәнғәт училищеһында белем ала, артабан Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләй. Әле - Сибай концерт-театр берекмәһенең солист-вокалсыһы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йырсы күберәк халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә, һирәк башҡарылғандарҙы өйрәнә. Әлфир Заманов - күп йыр конкурстары лауреаты.
"Башҡорт йыры"нда еңеүемә бик шатмын. Минең өсөн ағымдағы йыл мөһим ваҡиғаларға бай. Фатирлы булдым, "Ирәндек моңдары"нда ла ҡатнаштым, ә әлеге мәртәбәле конкурста Гран-при яуланым. Артабан да яңы йырҙарым менән тамашасыларымды ҡыуандырасаҡмын", - ти Әлфир.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/lfir-Zamanov--Bash-ort-yiri-e-e-se-e-601360/
Уны ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сайты.
Читайте нас: