Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
12 Ғинуар 2021, 01:25

Яна Ғәббәсоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде

Беренсе каналда барған "Тауыш" шоуының туғыҙынсы миҙгеле еңеүсеһе Яна Ғәббәсова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булды. Был турала йәш артист үҙенең "Инстаграм"дағы сәхифәһендә хәбәр итә.

Талантлы йырсыны был маҡтаулы исем менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров наградлаған. "Был - ҙур мәртәбә!" - тип яҙған ул һәм республика етәксеһенә рәхмәт әйткән.
– Бөтә республика һеҙҙең уңышҡа ҡыуана, – тине Радий Хәбиров, Янаға дәүләт наградаһы тапшырып. – Был бик матур еңеү булды, ул хөрмәткә лайыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡташыбыҙ өсөн янып-көйҙөк.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, Яна Ғәббәсова - был маҡтаулы исемде алған иң йәш йырсы.
Билдәле булыуынса, Яна - Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек яҡташыбыҙ илдең мөһим вокаль проекты финалына сыҡҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле ине. Күпселек тауышты йыйып, ул еңеүсе булып танылды.
Ҡыҙ белдереүенсә, "Тауыш" тапшырыуынан һуң ул йырҙар ижад итергә һәм тамашасыһын авторлыҡ ижады менән ҡыуандырырға йыйына.
Фото: Инстаграм.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Yana--bb-sova-a-Bash-ortostandi-at-a-an-an-artisi-iseme-birelde-627914/
Читайте нас: