Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
30 Март 2021, 15:04

Ағиҙелдә бейеү фестивале үтте

26 мартта «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгенең спорт залында «Бейеүсе ҡала» фестивале үтте. Сараны физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте менән берлектә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы ойошторҙо.

Бейеү фестивалендә төрлө йүнәлештә бейегән 13 коллектив ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыусылар йәш категорияларына бүленде: 3 йәштән 6 йәшкә тимлемгеләр, 7-10 йәшлектәр һәм 11-14 йәшлектәр. Фестиваль ҡала балаларының төрлө стилдәрҙә бейеү оҫталығын асты: халыҡ бейеүе, заманса бейеү, хип-хоп, спорт бейеүе, румба, акробатик бейеү. 11-14 йәштәр категорияһында «Иҙел» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Йәшлек», «Эльдорадо», «Овация» ансамблдәре, «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгенән «Ритмды тот», Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән «Драйв» төркөмдәре үҙ йүнәлештәрендә еңеүсе булды.
7-10 йәшлектәр араһында «Эльдорадо» ансамбленең кесе төркөмө, «Савитар»ҙың «Ынйылар» ансамбле, спорт мәктәбенең «Пикачу» төркөмө еңеүсе тип танылдылар.
Иң кеселәр категорияһында 5-се балалар баҡсаһынан «Ҡыуаныс» студияһы беренсе урынды яуланы. Яңғыҙы «Ҡауырһын» тип аталған акробатик элементлы бейеүе өсөн Злата Холбанға махсус бүләк бирелде.
Был фестиваль бейеү сәнғәтенең бай, матур һәм күп ҡырлы икәнен, Ағиҙел балаларының был сәнғәтте тәрән һөйөүҙәрен күрһәтте.
Читайте нас: