Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
7 Апрель 2021, 08:37

Йәштәребеҙ йыр-моңға ғашиҡ

Краснокама районының Ҡуян ауыл мәҙәниәт йортонда “Йырсы ауыл” республика конкурсының икенсе туры үтте.

Унда бөтәһе 46 яңғыҙ йырсы, 15 вокаль һәм фольклор ансамбль ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң бәләкәйе Раздолье ауылынан Ярослав Федоров булды.
16-нан 35 йәшкә тиклемгеләр категорияһында бөтәһе 15 йырсы ҡатнашты, уларҙың өстән бере — 16-17 йәшлек ҡыҙҙар. Был иһә ауылдарыбыҙҙа үҫеүсе йәштәребеҙҙең йыр-моңға ғашиҡ булыуы тураһында һөйләй.
Талапсан жюри 22 конкурсантҡа лауреат дипломы тапшырҙы. Улар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.
Читайте нас: