Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
31 Май 2021, 09:48

Ҡалтасы районында Гәрәй ырыуы ҡоро үтте.

Гәрәй ырыуы башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай, уларҙың ауылдары республиканың Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондары һәм Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы биләмәһендә урынлашҡан.

Йыйынға Башҡортостан райондарынан ырыу вәкилдәре йыйылды. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталов, Нурислам Ҡалмантаев кеүек ғалимдарҙың сығыштарынан һуң делегаттар һүҙ тотто.
Тәтешленән килгән Әҙеһәм Фәрүәзетдинов «Тәтешле районы гәрәйҙәренең тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреше» тигән доклад менән сығыш яһаны. Светлана Сафина Яңауыл районы гәрәй ауылдары тарихы менән таныштырһа, Земфира Сәғитова Ҡалтасы ерендәге ошо ырыу ауылдары хаҡында һөйләне. Илеш районы вәкиле Нәзир Рәхимов үҙ ғаиләһе шәжәрәһен әҙерләгән. Унда 1700 шәхесте берләштергән 24 быуын тураһында мәғлүмәт тупланған. Ҡалтасы районы уҙаманы Риф Саматов та үҙ шәжәрәһен төҙөгән, бының өсөн Өфө юлын күп тапаған, һөҙөмтәлә 13 быуынды тулыһынса сағылдырған шәжәрә ағасы килеп сыҡҡан.
Ырыу йыйыны делегаттары төрлө тәҡдимдәр индерҙе, һуңынан улар Йыйын ҡарарында урын алды. Документҡа Гәрәй ырыуының сағыу вәкиле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың исемен мәңгеләштереү; милли үҙенсәлекте һаҡлап алып ҡалыу, үҙ ырыуының тарихын өйрәнеү маҡсатында Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарында Шәжәрә байрамдары үткәреү, Татарстандың Аҡтаныш районында көн итеүсе гәрәйҙәр менән ошо тәжрибәне уртаҡлашыу; традицион спорт төрҙәрен үҫтереү; Гәрәй ырыуынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең исемлеген төҙөү һәм уларҙы мәңгеләштереү өҫтөндә эшләү; ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән мәктәптәрҙә уҡытыу теле итеп туған (башҡорт) телен һайлау буйынса эште әүҙемләштереү һәм башҡа пункттар индерелде.
Читайте нас: