Ҡурай
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
4 Июнь 2021, 17:39

Ағиҙел йәш йондоҙҙарҙы ҡабыҙҙы

1 июндә ҡала майҙаны ҙур балалар майҙансығына әүерелде – бында Балаларҙы яҡлау көнөнә бағышланған саралар үтте. Улар араһында иң сағыуы – «Ағиҙел йондоҙсоғо» конкурсы.

Был конкурс ҡалала йыл һайын үтә. Ижадки коллективтар, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр – барыһы ла йыр-бейеү оҫталығында көс һынаша.
Гран-приҙы быйыл «Ноктюрн» ансамбленең солисы Полина Миронова яуланы. «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгенең «Ынйылар» ансамбленең солисы Нәргис Шәрифбекова дипломант булды.
Конкурстың лауреаттары ла билдәләнде: «Эльдорадо», «Овация» бейеү ансамблдәре, «Ноктюрн» ансамбленең солистары Әлиә Саматова, Радмила Сайфутдиарова, «Зоренька» ансамбле солисы Христина Димитриева, Балалар сәнғәт мәктәбенең «Илһам» скрипкасылар ансамбле һәм баянистар менән аккордеонистар оркестры. Ҡалтасы районынан килгән «Ҡояш нурҙары» йыр ансамбле һәм уның солисы Элина Матвеева ла лауреат исемен алдылар.
Фотола: Полина Миронова.
Читайте нас: