Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Ижад донъяһы
8 Июня 2021, 11:05

«Арғымаҡ» төркөмө йәнә Ағиҙелгә килде

«Ағиҙел тулҡындары» фестивале «Арғымаҡ» төркөмө концерты менән тамамланды.

Был төркөм Ағиҙелгә инде өсөнсө тапҡыр килә, тамашасы егеттәрҙе һәр ваҡытта йылы ҡаршылай.
Ансамбль ҡурай, думбыра, ҡубыҙ, ҡыл-ҡубыҙ менән берлектә гитаралар һәм һуҡма инструменттар, шулай уҡ төрлө ил халыҡтарының этник музыка ҡоралдары менән сығыш яһай.
«Арғымаҡ» төркөмөнөң үҙенсәләлеге – музыканттар башҡорт музыкаль фольклорын заманса башҡара. Артистар Ағиҙел тамашасыһын «Бирешмә», «Беҙ бергә», «Шәжәрә», «Бибирәхилә» йырҙары менән һөйөндөрҙө.
Байрам кисе фаер-шоу һәм салют менән тамамланды.
Читайте нас