Ҡурай
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад донъяһы
4 Июль 2021, 08:10

“Хазина” ил күләмендә танылыу яуланы

Башҡарыусыларҙың репертуарында – бик һирәк осраған милли моңдар һәм йырҙар

“Хазина” этно-проекты Хакасияла үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылды.
Хакасияла 30-сы тапҡыр “От йыры” – “Ут йыры” – Бөтә Рәсәй этник эстрадаһы конкурсы уҙғарылды. Унда Башҡортостандан “Хазина” этно-проекты ҡатнашты. Белеүебеҙсә, уның етәксеһе – Земфира Рәшитова. Шуныһы үҙенсәлекле: коллектив был мәҙәни сарала арауыҡта (дистанцион) ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хазина” этно-проекты 2020 йыл башында барлыҡҡа килгәйне. Был ансамбль шуныһы менән иғтибарға лайыҡ: унда ҡурайҙа - Земфира Рәшитова, вокал, ҡумыҙҙа – Зәлиә Нурлы, ҡыл-ҡубыҙҙа – Зәлиә Ғәниәтуллина, тағы ҡыл-ҡубыҙҙа (прима) – Наилә Биктимерова, думбырала Гөлназ Нафиҡова уйнай. Башҡарыусыларҙың репертуарында – бик һирәк осраған милли моңдар һәм йырҙар.
“Хазина” этно-проекты I дәрәжә лауреат исемен алды. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: