Ҡурай
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Ноябрь 2018, 14:05

Малығыҙ тамғаланғанмы?

Республика хужалыҡтарында һыйырҙарҙы биркалау бара.

Яңы закондар буйынса һəр мал иҫəпле булырға тейеш. Республика хужалыҡтарында һыйырҙарҙы биркалау бара.
Ауыл хужалығы йүнәлешенә ҡараған йорт хайуандарын тамғалау “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы хайуандарын көтөүҙә, ҡыуыуҙа тәртип булдырыу” тураһында 404-з һанлы Законға таянып башҡарыла. Был мал хужаларының яуаплылығын арттырыу, ҡарауһыҙ йөрөгән малдар күренешен бөтөрөү, район территорияһында эпизоотик һәм санитар-эпидемиологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн эшләнелә. Ысул шулай уҡ районға санкцияһыҙ индерелгән мал-тыуар осрағын үҙ ваҡытында йәһәт кенә асыҡлау өсөн уңайлы. Районда йәшәгән халыҡ малын мотлаҡ тамғаларға бурыслы.
Быға тиклем тамғаланмаған, районға ҡырҙан ҡайтарылған, йәки яңыраҡ тыуған мал-тыуар биркалана. Малдың ҡолағына шәхси һаны яҙылған бирка беркетелә.
Чип ҡуйылғас, малдарҙы урлау
бөтөрмө икән? Баҡтиһәң, чип урлауҙан ҡотҡармай икән. Уның өсөн глонасс кәрәк, ә ул бик ҡыйбат. Малың юғалһа, уны шул бирка йәки чипына ҡарап, кемдеке икәнен әйтеп була. Бер чип ҡуйыу хаҡы 150 һум тора. Киләһе йылдан бесәй-эттәргә лә ошондай уҡ микрочиптар ҡуйыла башлаясаҡ, тиҙәр.
Читайте нас: