Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Ноябрь 2018, 17:24

Көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы тарифтар яңынан ҡараласаҡ

Халыҡ араһында был мәсьәләлә борсолоу арта.

Халыҡ араһында был мәсьәләлә борсолоу арта, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уға асыҡлыҡ индерергә ҡушты.
Әлеге тарифтарға ҡағылышлы һорауҙар менән социаль селтәрҙәр тулған. Бигерәк тә ауыл халҡы борсола. Унда көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырырға күнеккәндәр, органик ҡалдыҡтар тиреҫ менән бергә серей. Кеше башына яҡынса 200 һумдан иҫәпләгәндә, уртаса айына 1 мең һум тирәһе түләүҙәр өҫтәлергә мөмкин.
- Радий Хәбиров был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү һәм тарифтарҙы яңынан ҡарау, күләмен нигеҙләү һәм түләү өсөн ҡулай шарттарға килтереү бурысын ҡуйҙы, - ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәйев.
Республика Хөкүмәте уларҙы былтыр уҡ билдәләгәйне. Быйыл иһә уларҙы тулыһынса ҡабул итеү бурысы тора.
2019 йылдың 1 ғинуарынан коммуналь түләүҙәр квитанцияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында айырым мәғлүмәт күрһәтеләсәк, ул үҙенә сүп-сарҙы йыйыуға, транспорт менән сығарыуға, эшкәртеүгә, полигондарҙа күмеүгә киткән сығымдарҙы аласаҡ. Быға тиклем торлаҡ хеҙмәттәренең был төрө өсөн айырым түләү билдәләнмәне.
Читайте нас: