Ҡурай
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Ғинуар 2020, 21:05
Ағиҙелдәр сүпте айыра башланылар
Ағиҙел ҡалаһының Академик Курчатов урамындағы 16-сы йорт ихатаһында айырым сүп йыйыу урналары менән яңы контейнер майҙансығы барлыҡҡа килде. Уны «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөнө.
Бы
л ябай майҙансыҡ түгел, профнастилдан эшләнгән ике ҙур ишекле, елләтеү өсөн тәҙрәләр ҡуйылған бина. Бина эсендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн яңыса өс евроконтейнер, тағы быяла, ҡатырға һәм пластик һәм алюминий ҡалдыҡтар өсөн айырым контейнерҙар бар, шулай уҡ ҙур күләмле сүп ҡуйыр өсөн урын да бар.
Йортта йәшәүселәр бындай майҙансыҡ барлыҡҡа килеүгә бик шат, яңы урналар ҡуйыу менән, сүпте айыра башланылар. Әлегә был йортта йәшәүселәр барлыҡ ҡала халҡы кеүек, норматив буйынса түләй, киләсәктә түгелгән сүп күләме буйынса түләргә күсерҙәр, тип ышаналар. Бының өсөн бик күп эш башҡараһы бар әле – документтар туплап, махсус организаяциялар менән килешеүҙәр төҙөргә кәрәк.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан