Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Март 2020, 20:45

Башҡортостанда коронавирус юҡ

"Башинформ” агентлығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Өфө йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы етәкселәре ҡатнашлығында ашығыс рәүештә брифинг үткәрелде.

Бөгөн Рәсәйҙә 34 кешенең яңы вирус менән сирләүе билдәле. Башҡортостанда әлегә коронавирусҡа юлығыусылар теркәлмәгән. Ҡайһы бер матбуғат баҫмаларында сир осраҡтары тураһында күренгеләгән хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй, тине осрашыуҙа ҡатнашыусы етәкселәр. Атап әйткәндә, Австриянан ауырып ҡайтҡан ҡатында коронавирус табылмаған. Европа иленән ҡайтҡан уҡыусы ҡыҙҙың сирләүе лә дөрөҫлөккө тап килмәй.
Роспотребнадзор етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Жеребцов әйтеүенсә, әлеге көндә участка табиптары күҙәтеүендә сит илдән ҡайтҡан 311 кеше иҫәптә тора. Уларҙың барыһы ла 14 көн буйы өйҙә торорға тейеш,, башҡалар менән аралашыу тыйылған. Яҡындарының, таныштарының сәләмәтлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ уларҙың өҫтөндә. 481 кеше иҫәптән төшөрөлгән, сир береһендә лә раҫланмаған.
Бөгөн донъяла коронавирус менән 125 меңдән ашыу кеше сирләгән. Өфө йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында табиптар сир шик аҫтына алынған18 пациенттың сәләмәтлеген күҙәтә. Өфө аэропортында авиапассажирҙарҙы ҡаршылағанда көсәйтелгән контроль булдырылған. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, пациенттарҙа сирҙе асыҡлаусы тест-системалар республикала бар.
Фото:Башинформ
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: