Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ял көндәре юҡ. «Тәтешле электр селтәрҙәре, торлаҡ һәм төҙөкләндереү» предприятиеһы директоры Ҡамил Фәйзрахманов билдәләүенсә, был көндәрҙә махсус саралар ҡулланып, район үҙәгендәге Денин урамында дезинфекция үткәрелгән. Был эштәргә дүрт кешенән торған бригада, йәйге осорҙа урамдарҙы таҙартыусы махсус техника һәм МТЗ базаһындағы бер коммуналь щетка йәлеп ителгән. «Бындай профилактика эштәре асфальт түшәлгән башҡа урамдарҙа ла башҡарыласаҡ», – тине Ҡамил Рәфит улы.
Бер юлы урамдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәре лә әүҙем бара. Ҡанауҙағы һыуҙарҙы ағыҙыу, сүп йыйыу эштәре дауам итә. «Халыҡ күбеһенсә өйҙә ултырған был көндәрҙә сүп-сар әллә ни күп түгел», – ти коммуналь хеҙмәткәрҙәре.