Барлығы 3600 гектарҙа бөртөклө, 1450 гектарҙа бер йыллыҡ үлән культуралары урын аласаҡ. Сәсеү материалы әҙер: бойҙайҙың супер элита “нерда”, арпаның “памяти Чепелева”, һолоноң “атлет” сорттары һатып алынған. Орлоҡ ағыулау башланған. Уны Рәдил Ғәлимов башҡара.
–Ниндәй генә ауыр йылдарҙа ла халҡыбыҙ һығылып төшмәгән: һөргән, сәскән, урған. Хоҙай тарафынан бирелгән һәр һынауҙан ниндәйҙер тормош дәресе алырға кәрәк. Коронавирус инфекцияһы ла беҙгә үҙебеҙҙең продукцияны күберәк етештерергә мөмкинлек бирер. Тормош дауам итә – беҙ бөгөн баҫыуҙа яңы уңышҡа нигеҙ һалабыҙ, – ти тәжрибәле механизатор Рәмил Бәҙретдинов.