Ҡурай
-11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Апрель 2020, 16:40

Музей етәкселәре ни менән мәшғүл?

Үҙизоляция ваҡытында мәктәп музейҙары етәкселәре эшләүен дауам итә.Тәтешле районында паспортлаштырылған 10 музей бар.

Әлеге көндәрҙә музей етәкселәре «Детскийотдых.рф» порталындағы реестрға мәғлүмәт индереү менән шөғөлләнә. Музей эшмәкәрлеге, паспортлаштырыу һәм теркәү документтары, бүлектәр һәм экспонаттар, онлайн экскурсиялар һәм күнекмәләр фотогалереяһы – былар бөтәһе лә порталда урын аласаҡ. Уларҙы анализлағандан һуң етәкселәргә тейешле үрнәктәге белешмәләр тапшырыласаҡ.
Мәктәп музейҙары эшмәкәрлеге менән «Детскийотдых.рф».порталында танышырға мөмкин.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Тәтешле районы хаҡимиәте сайты.
Читайте нас в