Был урындарҙа ҡаты һуғыштар үткән, унда Башҡортостан егеттәре лә күпләп һәләк булған. Әлеге көндә туғандар ҡәберлегендәге һәйкәлде яңыртыу эштәре бара. Изге эшкә беҙҙең район тәүгеләрҙән булып ҡушылып, 100 мең һум аҡса йүнәлтте.
Митингыла ҡатнашыу өсөн беҙҙең райондан да делегация юлланды. Тәтешле һәм Балтас райондары хәрби комиссары Ансар Арыҫланов һәм район ветерандар советы рәйесе Әнәс Мәғзүмов туғандар ҡәберлегенә урынлаштырыу өсөн гранит стела алып барҙы. Унда эҙәрмәндәр тарафынан эҙләп табылып, күсереп ерләнгән 18 яҡташ яугирҙың исем-шәрифтәре уйып яҙылған.
Тантаналы митингыла 22 төбәктән делегациялар, ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре, һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың туғандары, өлкә һәм район вәкилдәре ҡатнашты. Ойоштороусылар Тәтешле районы хакимиәтенә, уның башлығы Рушан Гәрәевка рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлеккә һәйкәлдең эскизын бүләк итте.