Туймазы идаралығы хеҙмәткәрҙәре производство объекттарына, филиалдың административ бинаһына яҡын территорияларҙы йыйыштыра. Идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәре Туймазы ҡалаһындағы Горький урамында сүп-сарҙы йыя, «Собханғол» ЛПДС һәм «Собханғол-ПП» НПС коллективы ағзалары Ағиҙел йылғаһы буйындағы 1,5 км оҙонлоғондағы урманлы биләмәне, ә «Шкапово» НПС хеҙмәткәрҙәре Сухоречка ауылындағы парк территорияһын таҙарта.
«Мораҡ» НПС хеҙмәткәрҙәре Мораҡ ауылынан ҡаты ҡалдыҡтар полигонына алып барыусы юл буйындағы сүп-сарҙы йыя, технологик транспорт һәм махсус техника һәм производствоны хеҙмәтләндереү базаһы хеҙмәткәрҙәре Собханғол ауылында Төҙөүселәр урамын тәртипкә килтерә.