Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Ноябрь 2020, 22:30

Ағиҙелгә ярҙам итәйек!

Стратегик башланғыстар агентлығы “100 ҡала лидеры-2020” акселераторы финалсылары араһында иң яҡшы проектҡа тауыш биреү иғлан итте. Улар араһында “Ағиҙел – ситтән тороп эшләгәндәр өсөн иң уңайлы ҡала” проекты ла бар.

Мәғлүм булыуынса, конкурстың финалы 3-4 октябрҙә Сочиҙа үткәйне. Унда Рәсәйҙең 24 төбәге уңайлы ҡала мөхитен үҫтереүгә йүнәлтелгән 27 проект тәҡдим ите. Ағиҙел командаһы проектты уңышлы яҡлап, дипломға лайыҡ булды.
Тауыш биреү https://100gorodov.ru/improject-6808/ideas/6847 һылтанмаһы буйынса 5 ноябргә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн теркәлергә һәм проекттың сәхифәһендәге “лайыҡ”ҡа баҫырға кәрәк.
Йомғаҡтарға ҡарап, еңеүсе билдәләнә. Тап ул ил етәкселегенең ярҙамын аласаҡ. Дуҫтар, “лайыҡ”тарҙы йәлләмәйек, ҡалаға ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итәйек. Проекттың артабанғы яҙмышы беҙҙең ҡулда.
Фото: bashkortostan.ru
Сығанаҡ:
Читайте нас: