Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Ноябрь 2020, 20:30

Үҙ белдегең менән дауаланма!

Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар госпиталендә “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптар коронавирусты дауалауҙа ярайһы тәжрибә туплап өлгөрҙө. Уларҙың төп кәңәше: үҙ белдегең менән дарыуҙар эсергә ярамай, тик табиптар тәғәйенләгәндәрҙе генә ҡулланығыҙ!

“Ҡыҙыл зона”ла ҡаты ауырыуҙарҙы дауалаған табип Глеб Глебов үҙ белдегең менән дауаланыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе, вирустың үпкәне нисек зарарлауы хаҡында социаль селтәрҙәге битендә аңлатты.
Уның әйтеүенсә, үпкәләге тәүге патология – цитокин штормы. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, кешенең иммун күҙәнәктәре үҙҙәренән-үҙҙәре ҡотороп китеп, организм менән көрәшә башлай. Шул сәбәпле температура юғары күтәрелә һәм бөтә үпкә зарарлана. Клиникала ҡаты ауырыған пациенттарҙы ошо хәлдән цитокин штормы блокаторҙары ярҙамында сығаралар. Бөтәһе лә табип күҙәтеүендә башҡарыла, сөнки был препараттарҙың организмға зарарлы тәьҫире лә етерлек.


Тағы ла бер патология – брадикинин концентрацияһының күтәрелеүе. Пациенттарҙа был хәл ҡоро йүтәл һәм ныҡ арыу, талсығыу менән билдәләнә. Табиптың аңлатыуынса, брадикининдың юғары концентрацияһы ҡан тамырҙарын киңәйтә, аҙаҡ гипотонияға, йәғни ҡан баҫымының түбәнәйеүенә килтерә.
"Гиалурон кислоталы туҡыма шыйыҡлығы үпкәнең бәләкәй генә ҡыуыҡсалары (альвеолы) араһында гидрогель барлыҡҡа килтереп, тын алыуҙы ауырлаштыра. Был саҡта үпкәне яһалма елләтеү аппараттары ярҙам итмәй. Шул сәбәпле компьютер томографияһында тоноҡ быяла күренә, - ти табип. - Был беҙгә таныш бактериаль пневмония ла, шулай уҡ үпкә елһенеүе лә түгел. Ул сир антибиотиктар менән дауаланмай. Әгәр артабан өҙлөгөү рәүешендә бактериаль пневмония ла килеп ҡушылһа, шул саҡта табип антибиотиктар тәғәйенләй".
Табип сирҙе нисек дауалау кәрәклеге хаҡында һүҙ алып бармай, ә үҙ белдегең менән дауаланыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын иҫкәртә. Мәкерле сирҙең ҡатмарлыҡтары күплеге билдәле, шуға күрә белгестәрҙең тәжрибәһенә, белеменә таянайыҡ.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/beldege-men-n-daualanma-528921/
Читайте нас: