Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Ноябрь 2020, 20:15

Муттарҙың һеҙҙең ишегегеҙгә лә шаҡыуҙары ихтимал...

Учалы районының 82 йәшлек пенсионеры мут ирҙәрҙең “ҡармағына” эләккән. Һуңғы ваҡытта өлкәндәр мутлыҡ ҡылыусыларҙың ҡорбанына йыш әүерелә.

Был юлы ла алдашып йәшәргә өйрәнгән ирҙәр үҙ маҡсаттарына ирешә, әбейҙең аяҡтарына мөғжизәле аппарат менән массаж яһаған булып, уны аҡсаһыҙ ҙа, приборһыҙ ҙа ҡалдыралар. Һауыҡтырыу аппараты өсөн 16 мең һум, ә өйҙә тикшереү үткәргәндәре өсөн 8 мең һум һорап алалар, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әбей аҙаҡ ҡына мут ирҙәрҙең үҙҙәре менән аҡса түләнгән приборҙы ла алып киткәндәрен төшөнә. Массаж ваҡытында хужабикәгә алтын сылбырын сисеп һалып торорға ҡушалар, ҡараһа, уныһынан да елдәр иҫкән!
Алданған әбейҙең ҡыҙы полицияға мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәрҙе эҙләү ойошторолған. Мут егеттәрҙең һеҙҙең өйөгөҙгә лә туҡылдатауҙары бик ихтимал...
Фото:News.yandex.ru
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Muttar-i--e-e-ishegege-g-l-sha-iu-ari-ihtimal-527178/
Читайте нас: