Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ноябрь 2020, 20:50
Ике балаһын йәтим итеп...
Бөгөн көн сираттағы ҡайғылы хәбәр менән башланды - Рида Ғәҙелшинаны ҡәһәрле сир арабыҙҙан алып китте. Эй Аллам, йәшәп тә өлгөрмәне бит...
19 октябрҙән температураһы 39-40 градустан төшмәй. Яҡындары һөйләүенсә, өйгә табип саҡырталар, әммә ул “һинең ангина” тип тикшереүгә йүнәлтмә бирмәй. Ҡыҙҙың хәле көндән-көн ауырлаша. Үҙе ике тапҡыр КТ үтергә барып ҡарай, эләгә алмай, өсөнсө тапҡырҙан ғына үтә. Дарыуҙарҙан файҙа булмай, хәле тик хөртәйә генә. Тын ала алмай башлағас ҡына дауаханаға һалалар, был саҡта үпкәһе 75 процент зыян күргән булған. Әсәһе - Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы тәжрибәле шәфҡәт туташы. Мәскәүҙә инфекция дауаханаһында эшләп, быйыл хаҡлы ялға сығып ҡайтты. Үҙе лә Зубово ауылындағы ковид үҙәктә дауаланып ята, шуға ул да ҡыҙына ярҙам итә алманы.
Беҙ ҙә йәш кеше, етмәһә, дауаханала булғас, һауығыр, тип өмөтләндек. Тик ауырый башлағанда уҡ тейешле дауа булмауы арҡаһында ауырыу шашҡан һәм уны хатта дауаханала ла ҡотҡарып алып ҡала алманылар.
Риданың ике һәм дүрт йәшлек балаһы ҡалды, кейәү һөйөклө ҡатынын юғалтты. 11 ноябрҙә тыуған көнө – уға 32 йәш тулыр ине.
Был юғалтыуҙар һәр кемебеҙгә һабаҡ булһын, һаҡланыу сараһы күрәйек, ауырып киткәндә лә бөтә сараларҙы күреп, дауалана башларға кәрәк. Битараф булмайыҡ, аҙаҡ һуң булыуы бар...
Фото: социаль селтәрҙән.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-bala-in-y-tim-itep-535853/
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде