Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ноябрь 2020, 20:35

Зыян күргән ғаилә аҡсалата компенсация аласаҡ

Быйылғы йылдың июль айында Өфөләге спорт майҙансығында өс йәшлек балаға тимер ҡойма ҡолап, сабый тән йәрәхәте алғайны. Баланың атаһы мораль зыянды ҡаплатыу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән ине.

Тикшереү һөҙөмтәһендә ҡойманың нығытыу урындары дөрөҫ эшләнмәүе асыҡланған.
Өфөнөң Калинин районы суды атай кешенең талаптарын нигеҙле тип тапҡан һәм “Йылы йорт” идарасы компанияһынан мораль зыянды түләтеү тураһында ҡарар сығарған. Суд ҡарары нигеҙендә был компания зыян күргән ғаиләгә 20 мең һум аҡсалата компенсация түләргә тейеш.
Бәхеткә күрә, бала артыҡ ауыр булмаған тән йәрәхәте менән ҡотолған.
Фото: ru.gde-fon.com
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ziyan-k-rg-n-ail-a-salata-kompensatsiya-alasa-536257/
Читайте нас: