Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Ноябрь 2020, 18:05

Халыҡ участковыйы – Нефтекаманан

Тәртип һаҡлау органдарында полицияның участка уполномоченныйы – халыҡҡа иң яҡын торған хеҙмәткәр ул. Әле Рәсәйҙә 44 меңдән ашыу участка уполномоченныйы эшләй.

Быйыл Рәсәй Эске эштәр ми­нистрлығы ойошторған “Халыҡ участковыйы” Бөтә Рәсәй конкурсы унынсы тапҡыр үтә. Унда һәр тө­бәктән иң яҡшы хеҙмәткәр ҡатнаша. Конкурста Башҡортостан данын Нефтекама ҡалаһынан Валерий Исламов яҡлай.
Полиция майоры Валерий Исла­мовтың хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡарауы Нефтекама халҡының иғтибарынан ситтә ҡалмаған, шуға ла “Халыҡ участковыйы-2020” Бөтә Рәсәй конкурсында интернет-тауыш биреү барышында ул күп тауыш йыйып, ил кимәлендәге сарала ҡатнашыу мөмкинлеген ала.

Рәсәй Эске эштәр министрлы­ғының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлектең полиция өлкән участка уполномоченныйы Валерий Исламов тәртип һаҡлау органдарында 2005 йылдан хеҙмәт итә, ә 2017 йылдан 1-се полиция участка пунктында эшләй. Уның эш урыны ҡалала иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә – унда 10 меңдән ашыу йәшәгән 50-нән ашыу йорт урынлашҡан. Участковыйға урлашыу, мутлашыу, талау кеүек енәйәттәр менән эш итергә тура килә.

– Мин халыҡҡа яҡын булырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе аңларға һәм хәл итергә, хөрмәт һәм хәстәрлек күрһәтергә тейешмен, – ти Валерий Исламов, эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырып.

Ул хеҙмәттә үткәргән ваҡытының күп өлөшөн иҫкәртеү сараларына йүнәлтә. Ваҡытында аңлатыу эше алып барыу күп енәйәттәрҙән аралағанын яҡшы аңлай ул. Уның участкаһында суд ҡарары буйынса хөкөм ителеп, иректә ҡалдырылған 56 кеше иҫәптә тора. Тағы ла төрмәнән ваҡытынан алда иреккә сығарылған биш кеше бар, улар полиция пунктында теркәү үтеп торорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уға ҡайһы бер граждандарға көн һайын тиерлек барырға тура килә. Улар – имен булмаған ғаиләләр, спиртлы эсемлектәр менән мауығып, тауыш сығарырға яратҡан кешеләр.

– Ғаилә ғауғалары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Өйҙәге бәхәстәр ҡул күтәреүгә барып етеп, енәйәт ҡылыу менән дә тамамлана, – ти Валерий Александрович.

Ә инде участка буйлап көн дә йөрөп сығыу йәшерен тәртип боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе асырға булышлыҡ итә.
– Подъезд алдында ултырған өлкән йәштәге кешеләр эргәһенән үткәндә һаулыҡ һорашып, хәлдәре менән ҡыҙыҡһынам. Улар яуап сәләме менән генә сикләнмәй, ә һуңғы яңылыҡтар менән дә уртаҡ­лаша. Мәҫәлән, йортта, стена аша йәшәгән күршеһендә нимә булғанын һөйләй, – ти Валерий Исламов.

Әлбиттә, бындай осраҡтар участковыйҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай, ул килеп тыуған хәлдең айышына төшөнә, мәғлүмәт йыя һәм ҡарар ҡабул итә. Шуға ла уның эше көнөн дә, төнөн дә туҡтамай.

Эштән һуң ҡайтҡан Валерий Исламовты өйөндә аңлап ҡаршы алалар, был иһә участковыйға үҙен тулыһынса эшенә бағышларға мөмкинлек бирә. Тормош иптәше Жанна, ҡыҙҙары Софья һәм Кира уға бар яҡлап ярҙам итергә әҙер тора. Уны һәр саҡ таҙа, бөхтә өй ҡаршылай, балалары ла тәртипле.

Валерий Александрович на­мыҫлы хеҙмәте өсөн халыҡтан йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Әлбиттә, полиция хеҙмәткәре өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһа юҡ.

Нефтекама ҡалаһы.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/khaly-uchastkovyyy-neftekamanan/
Читайте нас: