Табип тәү сиратта иммунитетты баҫтырған препараттарҙы ҡулланған кешеләрҙе иҫкәртә. Миҫал итеп, онкология сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙы килтерә. Жемчугов аңлатыуынса, әгәр ҙә бындай пациент дауаланыу үтә икән, тимәк, ул иммунодепрессия кисерә (иммунитет теге йәки был сәбәптәр арҡаһында баҫымға дусар) һәм, бер яҡтан, уға вакцина бик кәрәкле булһа, икенсе яҡтан, ул ҡәтғи тыйыла, сөнки сирҙе көсәйтеп ебәреүе, яман шештең аҙыуына килтереүе бар.
Кешелә аутоиммун һәм елһенеү, сөсө ауырыуы (волчанка), ҡандың системалы сирҙәре бар икән, уларға ла коронавирус прививкаһы эшләтергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта вакцинация тураһындағы ҡарарҙы фәҡәт дауалаған табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡабул итергә мөмкин.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының кәңәшсеһе, табип Сергей Глаголев коронавирустан прививка яһатыу сит илдәргә сәйәхәткә сыҡҡанда паспортҡа һәм визаға өҫтәмә булыуы ихтимал, тип күҙаллағайны. Ил халҡын коронавирус инфекцияһынан вакцинациялауҙы иһә етештереү күләмен арттырғас һәм регистрациянан һуң үткән һынауҙарҙың һөҙөмтәләре билдәле булғас ҡына башлаясаҡтар.