Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ноябрь 2020, 00:00

Ни өсөн газға бәйле фажиғәләр ҡышҡыһын йышыраҡ була?

2018 йылдың 31 декабре иртәһендә Магнитогорск ҡалаһында күп фатирлы йортта газ шартлау һөҙөмтәһендә булған һәләкәтте барығыҙ ҙа иҫләйһегеҙҙер. Ошоноң ише фажиғәләр илдең әле бер, әле икенсе мөйөшөндә теркәлеп кенә тора.

Газ шартлауға бәйле һәләкәттәр башлыса ҡышҡы миҙгелгә тура килә. Белгестәр бының бер нисә сәбәбен билдәләй.
Ҡышҡыһын кешеләр газды күберәк ҡуллана. Был өйөн зәңгәр яғыулыҡ менән йылытҡан шәхси йорттар хужаларына ғына түгел, үҙәк йылытыу селтәренә тоташҡан йорттарҙа йәшәүселәргә лә ҡағыла, сөнки һалҡын осорҙа кешеләр ваҡытын күберәк өйҙә үткәрә. Ҡайһы берәүҙәр фатирҙа һалҡын булһа, газ плитәһе ярҙамында торлағын йылытыу менән дә шөғөлләнә. Ә был алым – бик хәүефле.
Газ плитәһе өҫтөндә ултырған сәйнүк йәки кәстрүлдәге һыу ҡайнап, түгелеп, плитәләге утты һүндергән осраҡтар бик күп, ти белгестәр. Һөҙөмтәлә фатирға газ тарала башлай һәм ул хәүефле концентрацияға етһә, электр утын тоҡандырыу йәки һыуытҡыстың эшләп китеүе генә лә шартлауға һәм янғынға сәбәпсе булыуы бар.
Шәхси йортон газ менән йылытыусылар был мәлдә айырыуса төтөн юлдарына иғтибарлы булырға, уларҙың тартыу көсөн тикшереп торорға тейеш. Ҡайһы саҡта төтөн юлына тыш яҡтан ҡар һырый, торба боҙ менән ҡаплана.
Әгәр газға бәйле берәй хәл булһа (авариялар, газ сығыу, газ ҡорамалының һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарының боҙолоуы һәм башҡалар) бинанан сығып, кисекмәҫтән газ хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Ҡала буйынса телефон – 04, кеҫә телефонынан барлыҡ операторҙарҙың берҙәм номеры – 104, ҡотҡарыу хеҙмәте – 112.
Фото: news.myseldon.com
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ni-s-n-gaz-a-b-yle-fagi-l-r-ish-i-in-yishira-bula-564803/
Читайте нас: