Көнүҙәк
16 Декабря 2020, 17:45

Ясле төркөмдәре асыла

“Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк проекты сиктәрендә Учалы ҡалаһының балалар баҡсаларында йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн дүрт төркөм асыла. Тимәк, тиҙҙән 80 йәш әсә эшкә сыға аласаҡ. Ә кескәйҙәр уңайлы шарттарҙа тиҫтерҙәре менән аралашып үҫәсәк.

Яңы ясле төркөмдәрендә балаларға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған – адаптация йыһаздары, үҫеш уйындары һатып алынған. 7-се һәм 15-се балалар баҡсаларында булдырылған төркөмдәр көн оҙоно эшләй, уларҙа 40 сабый тәрбиәләнә, 1-се һанлы учреждениеға ике бала йөрөй башлаған, 4-се балалар баҡсаһында ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә.
Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында демография проблемаларын хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә күп бала тәрбиәләүсе, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж һәм йәш ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Yasle-t-rk-md-re-asila-593440/
Читайте нас