– Әле милли проектта ҡатнашыусылар исемлегендә республиканың 101 предприятиеһы бар. 2020 йылға күрһәткес 77 компания ине, – тип белдерҙе иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Декабрҙә генә Башҡортостандағы туғыҙ предприятие милли проектта ҡатнашыусы тип танылған. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һаҡсыл етештереү, маҡсаттарҙы декомпазициялау һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыу нигеҙҙәренә предприятиеларҙың 1557 хеҙмәткәре уҡып сыҡҡан.