Мәғлүм булыуынса, күптән түгел бөтә ил буйынса “Нейрон селтәрҙәр һәм коммуникациялар” тигән темаға “Һан дәресе” уҙғарылды. Унда райондан 4179 уҡыусы ҡатнашты. Дәрес һанлы иҡтисадтың төп компетенцияларын үҫтереүгә, шулай уҡ балаларға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һөнәри йүнәлеш биреүгә арналды. Пандемия шарттарында уҡыусылар һанлы мөхиттә күп ваҡытын уҙғара, шуға күрә глобаль селтәрҙә аралашыу йәһәтенән уларҙың белем кимәлен күтәреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Дәрес видеолекцияны, һөнәри йүнәлеш биреүсе тесты, онлайн-тренажерҙағы күнекмәләрҙе үҙ эсенә алды. I – IV кластар нейроселтәрҙәр эше нигеҙҙәрен үҙләштерҙе һәм социаль селтәрҙәр өсөн дуҫтарының тәҡдимдәре алгоритмын төҙөп ҡараны.